Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2020, 13:53

Яңауылда ихаталар тәртипкә килтерелә

#башҡортихаталары

Ул "Башҡорт ихаталары" республика программаһы буйынса "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы башҡарыла. Әле ремонт өс урында - Юбилей урамы, 5, 6, 7/1, 11; Хоҙайбирҙин урамы, 36,42; Станция урамы, 10, 10а, 12а адрестарында бара.
Күп ҡатлы йорттарҙың быйыл төҙөкләндереләсәк подъездарының адреслы исемлегенә биш йорттоң 20 подъезы ингән. Уларҙы урындағы рәссамдар - Ридаль Бәҙретдинов (әйткәндәй, ул "УЖКХ" ЯСЙ-һының производство базаһына башҡорт яугиры һәм аты һүрәте авторы) һм Роман Белов биҙәй. Башҡорт орнаментын подъездарға ла төшөрәләр.
#башҡортихаталары
Читайте нас: