Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2020, 13:34

«Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе бик ныҡ борсой»

#миллипроект #нацпроекты

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылдың төҙөлөш эштәре тураһында һөйләне.
Әйтәйек, Өфө районының Булгаково ауылында 825 балаға иҫәпләнгән мәктәп төҙөләсәк, Өфөнөң “Инорс” биҫтәһендә Мушников урамынан алып Сельская Богородская урамына ҡәҙәр төҙөкләндерәсәктәр, ә Нефтекамала Комсомол проектының дауамын Карцев урамынан “Телевышка”ға тиклем проектлаштырасаҡтар.
«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының дөйөм бюджеты 2024 йылға тиклем 1, 458 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаларҙың шаҡтай өлөшө автомобиль юлдары, социаль объекттар төҙөүгә һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүгә йүнәлтелә. Авария хәлендәге йорттарҙан күсеүселәр өсөн торлаҡ йорттарының бер өлөшөн 2021 йылға файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола.
Башҡортостан Башлығы “Төҙөлөш сәғәте”ндә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” проектын ғәмәлгә ашырыу темаһы буйынса ентекләп фекер алышырға тәҡдим итте.
– 2024 йылға тиклем беҙҙең бурыстарҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың яңы Указы нигеҙендә атҡарырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – Мине кесе ҡалаларҙа торлаҡ төҙөү һәм алданған өлөшсөләр мәсьәләләре бик ныҡ борсой.
#миллипроект #нацпроекты
Читайте нас: