"Алға" проекты эшләй башлағандан бирле бөтәһе 300 мең карта һатылған, уның ярҙамында транспортта 97 миллион тапҡыр йөрөгәндәр. "Алға" картаһы һәм транспортта ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһы 2019 йылдың 1 июлендә индерелә. Шунан алып системаға 65 транспорт йөрөтөү кампанияһы күскән, уларға 5701 терминал тапшырылған.
Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн, корпоратив һәм социаль карталар булдырылды. Йәмәғәт транспортындағы терминалдар "Алға" картаһы менән бер көн эсендә 361 мең тапҡыр ҡулланылғанын теркәгән. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү 75 процент тәшкил итә.
“Башавтотранс”, МУЭТ транспорт предприятиеларында ҡала электричкаларында "Алға" картаһы менән банк картаһы һәм аҡса түләүгә ҡарағанда түбәнерәк хаҡҡа йөрөп була. Бер тапҡыр йөрөүҙә 5 һум экономиялана. Пассажирҙарҙың уңайлылығы өсөн 2019 йылдың 1 сентябренән Өфөлә 1 сәғәт эсендә бер тапҡыр ғына түләп йөрөү мөмкинлеге булдырылды. Был мөмкинлек менән 1 миллион тапҡыр ҡулланғандар ҙа инде.