Яңы белем усағы элекке мәктәп урынында ҡалҡып сығасаҡ, әле төҙөлөш материалдары килтерелә. Мәктәпте тендерҙа еңеп сыҡҡан "Империя" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөйәсәк. Элекке мәктәп авария хәлендә ине. Яңы белем усағы заман талаптарына яуап биргән өр-яңы мәктәп буласаҡ. Уны 2021 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.