Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2020, 20:37

Икенсе тулҡынға әҙер булырға тейешбеҙ. Вакцина ярҙамға ашыға!

#ҡороновирус

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көҙгө һәм ҡышҡы осорға әҙерлекте башланы. Иң төп бурыстарҙың береһе – халыҡҡа прививка эшләү. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында халыҡҡа вакциналар ҡуйыу буйынса һөйләшеү булды. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, быйыл грипптан халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш. Вакцина бушлай буласаҡ. Сентябрҙең тәүге яртыһында улар килеп етәсәк.
Июль айында пневмоккок инфекцияһынан (пневмония) вакцинация башланды. План 50 мең кеше булһа, әлегә ул 9 процентҡа үтәлгән. Был прививкаларҙы август аҙағына тиклем ҡуйып бөтөү планлаштырыла.
– Гриппты әҙер булып ҡаршы алырға кәрәк, етди эпидемия вәғәҙә итәләр. Былтыр эпидемияның пик осоро декабрҙең икенсе яртыһы, ғинуар башына тура килгәйне. Шулай уҡ дауаханаларҙы ла әҙерләү кәрәк. Грипп менән сирләгәндәр коронавирус менән сирләгәндәр янында ята алмай бит, ағымдарҙы айырыуҙы уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе вакцинаны тәү сиратта Хөкүмәт ағзаларына ҡуйырға кәңәш итте. Беренсенән, улар башҡаларға өлгө булһа, икенсенән, ҡыш буйы ауырып, эштән төшөп ҡалыу кәрәк түгел, тине ул.
Читайте нас: