Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2020, 15:57

Тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 36 яңы осрағы асыҡланған

#ҡороновирус

30 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 6 711-гә еткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала 36 яңы осраҡ асыҡланған.
1604 сирленең 195-е — стационарҙа, 1409-ы амбулатор шарттарҙа дауалана.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 5085 кеше һауыҡҡан, 60-ы — һуңғы тәүлектә.
Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. COVID-19-ҙан үлгәндәрҙең рәсми теркәлгән һаны 22 кеше тәшкил итә.
Читайте нас: