Владимир Путин әйтеүенсә, әле илдә мәкерле сир менән бәйле хәл тотороҡланған. Май айы менән сағыштырғанда халыҡ ауырыуҙы ун тапҡырға әҙерәк йоҡтора тип әйтергә мөмкин. Әммә ил башлығы фекеренсә, был сикләүҙәр туҡтатылды тигәнде аңлатмай. Һаҡланыу сараларын инҡар итеү күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ул ваҡытта киренән ҡаты сикләүҙәр индерергә тура киләсәк. Шуға битлек, дистанция тотоу тәртибен һаҡлау шарт. Мәҫәлән, 1 сентябрь – белем көнө, белем усаҡтарында һәм юғары уҡыу йорттарында ғәҙәти шарттарҙа уҙасаҡ, әммә барлыҡ санитар-эпидемилогик ҡағиҙәләрҙе үтәү талабы ҡуйылған.