- Башҡортостан Башлығы указы талаптарын үтәү өсөн кондуктор пассажирҙың битлектә булыуын раҫларға, уны автобуста булған ваҡытта ҡулланырға, шунан һуң ғына пассажирға билет бирергә тейеш. Битлек булмағанда, кондуктор уның автобустан сығыуын талап итергә тейеш. Пассажирҙарҙың шул талаптарға яуаплы ҡарауын һорайбыҙ", - тип белдерҙе "Башавтотранс"тың директоры урынбаҫары Сергей Паскин.