Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән июнь-июль айҙарында 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр бала өсөн 10 мең һум түләнгәйне, күптәр киләһе айҙарҙа булыр тип өмөт итә. Хатта интернет селтәрҙәрендә был йәһәттән петиция ойошторолған, унда йөҙәр меңләп кеше ҡултамғаһын ҡуйған.
Дәүләт Думаһы депутаттары был тәҡдимде хупланы. Улар коронавирус пандемияһының бөтмәүен, күптәрҙең эш урындарын юғалтҡандан һуң әлегә эш таба алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте балалар түләүҙәре өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлгән. Бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Башҡортостан Республикаһына өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 660 миллион һум бүленде. Аҡса Рәсәйҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына йүнәлтелде. Документҡа ярашлы, ғаиләләрҙәге 718 меңдән кәм булмаған бала аҡса алырға тейеш.