- Бөгөн тағы бер Өфө ихатаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуға күсте. Беҙ бындай контейнерҙарҙы бөтә ҡала буйынса ҡуйып сығырға ниәтләнгәнбеҙ. Сүп-сар артабан 17 төр сортҡа бүленә һәм заводҡа эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк, - тип һөйләне төбәк операторы Владислав Залилов.
Әлеге ваҡытта Өфөлә ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн 118 майҙансыҡ булдырылған. “Ҡаланы тәртипкә килтереү хужалығы” предприятиеһының төбәк операторҙары тарафынан 4 меңгә яҡын контейнер һатып алынған. Шуларҙың өс меңе милли проект ярҙамында алынған. Эҫеле-һыуыҡлы һауаға махсус әҙерләнгән контейнерҙар быяла, ҡағыҙ, пластикты айырыу йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Экологик талаптарға яуап бирә.
Райондар ҙа сүп-сарҙы айырып йыйыуға күсә, был эшкә тәүгеләрҙән булып Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Туймазы райондары тотонған.
Үрҙә һанап үтелгән мәслихәт эштәр “Экология” милли проектының маҡсаттарына ирешеү өсөн үтәлә, ә уның төп маҡсаттары – республика халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм экологик мәҙәнилекте күтәреү.
#национальныепроекты #нацпроекты