Башҡортостандан ике проект туристик-рекреацион кластерҙар һәм туризмды үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының финалына үтте.
28 июлдә Бөтә Рәсәй конкурсының беренсе этабы тамамланды. Конкурс комиссияһының ултырышында финалға үтеүселәр билдәләнде, шулай араһында республикабыҙҙың ике проекты ла бар — “Мәғрур Ирәмәл” һәм “Башҡортостан йөрәге”. Тәүгеһенә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы менән “Уралтау” дәүләт тәбиғәт заказнигы ҡарай. Ә икенсеһенә иһә “Еҙем” төбәк тәғәйенләнешле тәбиғәт паркы, “Башҡортостан” федераль тәғәйенләнешле милли паркы, Торатау тауы, Толпар шыршылары, Киндерле-Леднев-Октябрьский мәмерйәләр селтәре, Туғар Салған күле, Асҡын боҙ мәмерйәһе инә.
Финалға барыһы 33 проект үткән, Рәсәй Президентының туризм һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса вәкиле Сергей Иванов билдәләүенсә, бик тулҡынландырғыс ярыш булды, конкурсҡа проект хужалары ғына түгел, бөтә ил халҡы йәлеп ителгән. Бындай бәйге ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡас, тимәк, Рәсәй туризмының киләсәге бар, туристарҙы үҙенә тартып торған биләмәләрҙе булдырырға кәрәк. Беҙҙең илебеҙ шул тиклем матур, шуға беҙҙең төп бурыс — уның матурлығын һәм тәбиғи байлыҡтарын бөтә донъяға танытыу.
Икенсе этап еңеүселәре октябрҙә билдәле буласаҡ, унда 10 проект һайлап алынасаҡ. Һәр береһенә грант һәм инвестициялар йәлеп ителеп, йыл аҙағына тиклем проекттар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.