Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2020, 13:18

Милли проект: Подъездар заманса төҫ ала

#национальныепроекты #нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылда төбәктәге күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына эштәр 20 процентҡа – 443 подъезда башҡарылған. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
12 муниципалитетта эштәр тамамланған, тағы 38 ҡала һәм районда план 80 проценттан артыҡ үтәлгән. 2020 йылда капиталь ремонт программаһы 699 күп фатирлы йортта 2 185 подъезды үҙ эсенә ала. Санитар-эпидемиологик сикләүҙәр арҡаһында март аҙағында туҡтатылған эштәр июнь башынан башлап тергеҙелде.
Башҡортостанда йыллыҡ күләмде 1 октябргә тиклем тулыһынса башҡарасаҡтар. Инвалидтар йәшәгән 13 подъезда махсус пандустар ҡуйыласаҡ.
2021 йылға комплекслы ремонт программаһына Башҡортостандың 776 күп фатирлы йортонда 2112 продъезд индерелгән, коронавирусҡа бәйле эштәр күләме үҙгәртелгән.
– Яңы планға индерелмәгән подъездарҙы 2022 йылға күсерергә кәрәк, был хаҡта халыҡҡа хәбәр итеп эшләргә кәрәк буласаҡ, – тип билдәләп үтте Радий Хәбиров. – Шулай уҡ республиканың төҙөлөш комплексына торлаҡ тапшырыу күләме буйынса уңай динамика өсөн рәхмәт белдерәһем килә, ул 2020 йылдың беренсе ярты йыллығында уҙған йылдың шул осоро менән сағыштырғанда 3,8 процентҡа артҡан.
Үрҙәге барлыҡ уңыштар “Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында өлгәшелгән.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: