Башҡортостан Башлығы Грантын тормошҡа ашырыу маҡсатында «Bashtoy» ойошмаһы Кушнаренко районының балалар баҡсаларына 12 планшет һәм 5 смартфон тапшырҙы. «Bashtoy» туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса БР Башлығы Грантын отҡан.
Башҡортса һөйләшкән үҙенсәлекле гаждеттар балаларҙа телмәрҙе үҫтерергә, хәрефтәрҙе, һандарҙы һәм төҫтәрҙе өйрәнергә ярҙам итә. Махсус уйынсыҡа 80 шиғыр һәм 40 йыр яҙҙырылған. Шулай уҡ планшеттар бәпестәрҙе ябай арифметика һәм хайуандар донъяһы менән таныштыра.
Башҡорт телен заманса итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Bashtoy» ойошмаһы шулай уҡ балалар өсөн ҡурсаҡтар, китаптар, төрлө-төрлө плакаттар ҙа әҙерләй. Барлыҡ тауарҙар Санкт-Петербург ҡалаһында тикшереү үткән һәм хәүефһеҙлек сертификаттарына эйә. Әлеге мәлдә ойошма хужалары Сибайҙан Лилиә һәм Фәнзил Әҙелбаевтар халыҡ-ара кимәлдә билдәле компания менән хеҙмәттәшлек итә. Уйынсыҡтар Рәсәйҙә күптәргә билдәле "Азбукварик" компанияһында эшләнә. Хужалар әйтеүенсә, башҡорт планшенттарын, смартфондарын билдәле булмаған Ҡытай заводтарында күпкә осһоҙораҡ хаҡҡа ла эшләтергә булыр ине, әммә улар тәү сиратта уйынсыҡтарҙың сифатына, эшләнгән материалына иғтибар бүлгән, сөнки балалар һаулығы - ҡиммәтерәк.
Бишектән был уйынсыҡтар менән уйнап үҫкән бала киләсәктә рухлы, аҡыллы булыр. Кушнаренко районы хакимиәте Әҙелбаевтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.