Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2020, 11:50

1 сентябрҙән уҡытыусылар класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә ала башлай

#ВладимирПутин

Мәктәптәрҙә класс етәксеһе вазифаһын башҡарырға теләүселәр юҡ, күптәр баш тарта. Мең тәңкә түләйҙәр, әллә күпме эш ҡушалар. Хәҙер класс етәксеһе вазифаһына конкурс булмаһа ла, был яуаплылыҡты алырға теләүселәр күберәк булыр һымаҡ. Йыл башында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу буйынса һәйбәт кенә тәҡдимдәр индергәйне. Әле Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итә. 5 мең һум өҫтәмә түләүҙе уҡытыусылар яңы уҡыу йылы башынан ала башлай.
«1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы президенты ҡушыуы буйынса класс етәкселәренә 5 мең һум өҫтәмә түләүҙәр була», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Мәғариф министрлығы башлығы шулай уҡ төбәк һәм муниципаль түләүҙәрҙең бөтөрөлмәүен билдәләне. Мәҫәлән, беҙҙең республикала класс етәкселеге өсөн түләү төбәк өҫтәмәһе менән бергә 7 700 һум була.
Бынан алда Кравцов яңы уҡыу йылын традицион форматта башларға планлаштырыуҙары, ә дистанцион уҡытыуҙың өҫтәмә булараҡ ҡулланыласағы хаҡында белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: