Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 21:37

Төҙөлөштә лә тәртип булырға тейеш!

#Ағиҙелжурналы

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре төҙөлөш майҙансыҡтарында коронавирусҡа ҡаршы көрәш сиктәрендә ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереп сыҡты.
Талап ителгән ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән осраҡта төҙөлөш компанияларының етәкселәре яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шундайҙар иҫәбендә – "СЗ Уфастройзаказчик", "ТСК "Дружба", "АгидельИнвестСтрой", "Башнафтатранс", "РГО Воронеж" атамалы ойошмалар. Тикшереү барышында әлеге ойошмаларҙа шәхси һаҡланыу саралары – битлектәр, бирсәткәләр, йоғошһоҙландырыусы саралар бөтөнләй булмаған. Уларҙың етәкселәренә дәүләт комитеты тарафынан штраф һалынған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 239-сы һанлы Указына ярашлы ил биләмәһендә юғары әҙерлек тәртибе индерелде. Указда яҙылғанса, яңы COVID-19 вирусы таралыуға ҡарамаҫтан, төҙөлөш ойошмалары эшмәкәрлеген дауам итеү мөмкинлегенә эйә, әммә талап ителгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә бурыслы. Дистанция һаҡлау, битлек һәм бирсәткәләр кейеү һ.б.
Читайте нас: