Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 17:26

ҠОРБАН БАЙРАМЫНДА МӘСЕТКӘ БАРЫУ ТЫЙЫЛАМЫ?

#Ағиҙелжурналы

31 июлдә, Ҡорбан байрамын билдәләгән ваҡытта барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Уның һүҙҙәренсә, ошо йәһәттән дин әһелдәре менән тейешле консультациялар үткәрелде.
«31 июлдә мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы билдәләнә. Яратҡан байрамыбыҙ. Йола буйынса, йыйылып, ҡорбан килтерергә кәрәк. Ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып, дин әһелдәре менән уны нисек ойоштороу тураһында кәңәшләштек. Уны уҙғарыуҙың бер нисә стандарты бар. Бер кешегә — дүрт квадрат метр, мәсеттәге кешеләр һаны 100-ҙән артмаҫҡа тейеш. Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым».
Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе ҡорбан салыу урындарына иғтибар бүлеүҙәрен һораны.
Читайте нас: