Өс йыл элек Сибай ҡалаһы филармонияһында янғын сығып, мәҙәниәт йортоноң күпселек өлөшө янып бөткәйне. Киләһе айҙарҙа уны тергеҙеү тамамланасаҡ. Төҙөлөш эштәренә Мәскәүҙән “Равелин” ойошмаһы тотонған.
Филармонияның архитектура үҙенсәлектәре һаҡланасаҡ ҡаласаҡ. Уға янлатып яңы корпус та өҫтәп һалына, шулай уҡ эргә-тирә биләмәһе төҙөкләндерелә. Объекттың хаҡы—368 миллион һум. Май айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында төҙөлөш эштәрен көҙгә тиклем тамамларға йөкмәткәйне. Проектта ҡаралмаған блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөлөшө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Радий Фәрит улы ҡаҙанлыҡҡа аҡсаны социаль маҡсатлы программалар фондынан бүлергә тәҡдим итте. Яңы ҡаҙанлыҡ филармонияны ғына түгел, ошо тирәлә урынлашҡан башҡа объекттарҙы ла йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
Заманса, матур мәҙәниәт йорто ҡаланың тыуған көнөнә иң ҙур бүләктәрҙең береһе буласаҡ.