Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Хәрби-Диңгеҙ флоты көнөн шефлыҡҡа алынған “Иван Грен” карабында ҡаршы аласаҡ.
Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты үҙенең 324 йыллығын билдәләне. Республикабыҙ делегацияһы Төньяҡ флоттың “Иван Грен” ҙур десант карабы бортында үткән байрам сараһында ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры рәйесе Ирек Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы составында республиканың “Витязь” диңгеҙ пехотасылары төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Олег Ғәлин, “Витязь-Юниор” диңгеҙ пехотасылары хәрби-илһөйәрлек клубы кадеттары Антон Целишев һәм Дмитрий Велижанин.
Башҡортостан вәкилдәре Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған митингта, тантана сараларында, хәрби-спорт байрамында ҡатнашты, карап экипажы һәм ветерандар менән осрашты, Североморскиҙың иҫтәлекле урындарында булды һәм “К-21” һыу аҫты кәмәһен ҡараны. Хәрби-спорт байрамында Төньяҡ флот ҡарамағындағы барыһы 28 карап, һыу аҫты кәмәһе ҡатнашты. Башҡортостан хәрбиҙәре “Иван Грен” карабында присяга ҡабул итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл 23 февралдә Республика йортонда Башҡортостан “Иван Грен” десант карабы менән килешеү нигеҙендә шефлыҡ бәйләнештәрен булдырғайны. Был документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм карап командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйғайны.
“Иван Грен” – Рәсәйҙең Төньяҡ флотҡа ҡараған ҙур десант карабы. Ул Ленинградтың диңгеҙ оборонаһы артиллерияһы, СССР Хәрби-диңгеҙ флотының Хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы, хәрби ғалим-артиллерист вице-адмирал Иван Иванович Грен исмен йөрөтә.
2018 йылдың 20 июнендә карап флотҡа тапшырылған һәм уның әләме күтәрелгән.