Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров COVID-19 вирусына бәйле ҡабул ителгән указға үҙгәрештәр индерҙе.
9 авгусҡа тиклем 65 йәштән олораҡтар өсөн, ашығыс медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүҙән, аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыуҙан, бәйләнеш салондарына мөрәжәғәт итеүҙән, баҡса һәм дача участкаларына, зыяратҡа барыуҙан тыш, мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе һаҡлана.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһына килгән сит ил дәүләттәре граждандарына һәм гражданлығы булмағандарға, сит ил дәүләттәренән сығарыу рейстары менән килгән Рәсәй граждандарына 14 көнлөк мотлаҡ үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы һаҡлана.
Балаларҙы дауалау менән шөғөлләнгән айырым профилакторийҙар һәм санаторий-һауыҡтырыу лагерҙары, шулай уҡ ҡайһы бер айырым балаларҙы һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балалар хеҙмәте һәм ялы лагерҙары эшмәкәрлеге коронавирус инфекцияһын индереүҙе һәм таратыуҙы булдырмау буйынса оператив штабтың, санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап, махсус ҡарарына ярашлы ҡайтанан тергеҙеләсәк.