Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ултырышта тәүге ярты йыллыҡта эшләнгән эштәр һәм артабанғы маҡсаттар тураһында һүҙ барҙы.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, 2020 йылда милли проекттарҙың 199 күрһәткесен үтәргә маҡсат ҡуйылған. Быйыл уларҙы тормошҡа ашырыуға 31,1 миллиард һум аҡса бүленгән, шуларҙың 20 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Был һандар үткән йылдағыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Федераль кимәлдә финанслау буйынса Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән һуң Башҡортостан икенсе урынды биләй.
Милли проект сиктәрендә атҡарылған төҙөлөш эштәренә лә иғтибар бирелде. 2020 йылда 47 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шуларҙың араһында – 20 балалар баҡсаһы, алты мәктәп, онкодиспансерға төкөтмә, 13 ФАП һәм ике мәҙәниәт йорто.