Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2020, 12:57

ЛЕНИНГРАД ӘБЕЙЕ. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Институтта студенттарға ятаҡ етешмәй ине. Ғәҙәттә, фатирға индерергә теләүсе ҡарт-ҡоро үҙҙәренең адрестарын вахтерға ҡалдыра. Мин дә үҙебеҙҙең вах тершанан бер нисә адрес алдым. Бер яңғыҙ ҡарсыҡ “буйҙаҡ ир-егетте фатирға индерә» икән, тоттом да шунда киттем. Йортон тиҙ таптым. Ашыҡмай ғына ишегенә туҡылдатам. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Әйтерһең, тумыртҡа. Кире боролорға булғайным, һул яҡтағы ишек асылды.
– Һеҙ фатир мәсьәләһе буйынсамы? – тип һораны йәш ҡатын. – Әбей өйҙә ул. Күптән түгел ҡайҙандыр ҡайтты. Ятып торғандыр. Нығыраҡ шаҡып ҡарағыҙ. – Шунан, башын сайҡай биреп: – Ай-һай, егет, был ҡарсыҡта тора алырһығыҙ микән, әллә нисегерәк ул. Үтә сәйер… Ишектәге йоҙаҡтарға күҙ һал әле!
Минең кеүек кешегә “күҙле бүкән” тип әйткәндәрҙер инде: ышанмай, тәүҙә күҙемде аса биреп ҡараным, аҙаҡ ҡулым менән дә һәрмәштереп сыҡтым. Бер, ике, өс, дүрт... ете. Ғәжәп! Килгәс-килгәс, әбейҙе күреп, һөйләшеп китергә кәрәк. Нығыраҡ шаҡыным. Әһә! Эстән тауыш килә.
– Кем бар унда?
– Мин, әбей, мин.
– Ишетәм. Һин кем? Ҡайҙан килдең?
– Студент мин. Фатирға индерәһегеҙ икән.
– Ҡайһы институттан һуң һин? Кем менән килдең?
– Сельхоздан мин, сельхоздан.
– Ярай, төшөндөм. Өйләнмәгәнһеңме?
– Юҡ, юҡ, – тип ҡысҡырам.
– Паспортың барҙыр?
Тиҙ генә түш кеҫәмде ҡапшайым – шәхесемде иҫбатлаусы документ үҙем менән.
– Эйе. Дөйөм ятаҡта пропискаға ингәнмен, – тип тә өҫтәйем.
Һорау алыу бөттө. Бына әбейем бер-бер артлы йоҙаҡтарын асырға тотондо. Ишек уйымында сал сәсле, шәфҡәтле һәм кешелекле тойолған бәләкәсерәк буйлы теремек әбейҙе күргәс, йәнгә йылы ингәндәй булды. Хужабикә мине эскә саҡырманы, башта өҫ-башыма иғтибар менән, шунан берсә үҙемә, берсә паспортымдағы фотоға ҡараны.
Белһәгеҙ икән тупһанан аша атлағанда ниндәй хистәр кисергәнде?! Фатиры ике бүлмәле. Ҡапыл да күҙгә ҡиммәтле ҡаралты, затлы әйберҙәр салынманы. Таҙалыҡ, бөхтәлек. Өҫтөмдө һалыу менән әбейем кухняға сыҡты, аҙаҡ, ҡара-ҡаршы ултырып, тәмләп сәй эстек, ә һуңынан оло бүлмәлә оҙаҡ ҡына һөй ләшеп ултырҙыҡ. Иртәгәһенә – тағы.
...Ул Ленинград ҡалаһында тыуып үҫә, блокада башланғас, әҙәм ышанмаҫлыҡ ҡайғы һәм ҡыйынлыҡтар кисерә.
Берҙән-бер улы хәрби учи лищеға уҡырға китә, танк ко ман диры була, бер нисә тапҡыр яра лана. Ире, му зей хеҙ мәт кәре, һуғыш тың тәү ге көнөнән үк ополченецтар сафына баҫҡас, ҡатын ҡалала ҡыҙы менән генә тороп ҡала.
1942 йылдың февраль айында ополченец фронттан бер көнгә ге нә ҡайтып китә. Ғаиләһенә бер нисә шаҡмаҡ шәкәр, биш ҡаҙаҡ май, өс кило самаһы һоло ярмаһы, бер нисә балыҡ консерваһы һәм онталып бөткән ҡара сохариҙар алып ҡайта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аҙыҡты уларға ашарға яҙмай. Иртәгәһенә аҙыҡ-түлектәрен икмәк карточкалары менән бергә йорттарынан урлап сығалар. Был аяныс хәлдән ҡатын хатта иҫтән яҙа. Уны моргҡа алып китәләр, күҙен асҡас, больницаға оҙаталар. Бер аҙ һауығып өйөнә ҡайтһа, ун ике йәшлек ҡыҙы – аслыҡтан вафат.
Август айында иренә “похоронка” ала. Нервыһы ныҡ ҡаҡшай яңғыҙ ҡатындың. Тиҙҙән Уралға эвакуациялана. Өфөлә эшкә урынлашҡас, ятаҡтан урын бирәләр. Һуғыш бөткәндә генә яңы ҡайғы: ҡырҡ бишенсе йылдың май айында улы Прага ҡалаһы эргәһендә танк эсендә янып һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Әбекәй уны улының иң ҡәҙерле иҫтәлеге итепһаҡлай.
Әбейҙең ни өсөн олоғайған көнөндә сит кешеләргә, күршеләренә сәйер булып күренеүе миңә аңлашыла ине инде, шуға, был фартирҙа өйҙәш йәшәргә мөмкин, тигән фекергә килдем.
Шулай, төпкө бүлмәлә ҡуна ҡалам, ваҡ-төйәк әйберҙәремде, китап-маҙарҙы әҙләп ташыйым.
Мөйөштә йәшниктәр өйөлгән. Иң өҫтәгеһенең ҡапҡасын асып ҡараһам... сохари! Тығыҙлап тултырылған. Тимәк, бөтәһендә лә. Ә нимәгә? Аслыҡ заманы түгел бит. Ә-ә, аңлашылды.
Ленинград... Блокада... Аслыҡ... Запас... Шул уҡ бүлмәлә – өҫтәл. Ҙур быяла аҫтында – ниндәйҙер ҡағыҙ. Ҡалын хәрефле яҙыуҙы уҡыйым. Күҙ алдарым ҡараңғыланып китте, сәстәрем үрә торғандай булды.

Бур!!!
Әгәр ҙә һин минең йортома инә торған булһаң, тәүҙә ошо ҡағыҙҙы уҡы! Аҙ ғына намыҫың бар икән, сығып кит. Минең әйберҙәремә, аҙыҡ-түлегемә ҡағылһаң, блокадала аслыҡтан үлгән ҡыҙымдың, танк эсендә янған улымдың, Ленинград фронтында үлеп ҡалған иремдең изге иҫтәлектәре һиңә иң ҡаты яза булып, уҡ һымаҡ йөрәгеңә ҡаҙалһын.
Бур!
Яҡшылыҡ менән әйтәм, аңла етем ҡарсыҡтың нәфрәтен...

Яҙыуҙың ҡалған өлөшөн уҡый алманым: әбейем килеп инде. Уҡып торғанымды күрҙе, әлбиттә, тик ләм-мим өндәшмәне. Һуң булһа ла, үҙемдең ҙур хата эшләгәнемде төшөндөм. Ниңә һорауһыҙ индем бында? Ни эшләргә инде? Исмаһам, хужабикәм, улым, борсолма, өҫтәлдәге яҙыу былай ғына яҙылған, күңел өсөн генә, ниндәй ҡараҡ инһен, ти, бында минең нимәм бар, тиһәсе. Әммә әбейҙең блокада ваҡытында аҙыҡ-түлеген урлатып, төҙәлмәҫлек күңел яраһы алыуы ғына шикләндермәй ине хәҙер. Быуындарым ҡалтыраны. Бер әбейгә, бер ишеккә ҡарайым.
– Ғәфү итегеҙ. Ятаҡҡа ҡайтайым әле.
– Һау бул, улым.
Егеттәргә һөйләп биргәс, бер аҙ тынысланғандай булдым, был ваҡиға онотола төштө. Дөрөҫ, күпмелер ваҡыт теге әбей төшөмә инеп яфаланы. «Һин – бур. Һин минең нәмәләремде урларға килгәнһең», – ти ҙә йоҙаҡтарын шылт-шылт килтереп бикләргә тотона йәки теге яҙыуҙы һона. Мә, уҡы, ти, ә мин сәбәләнәм, ҡасырға ынтылам һәм иҙәнгә ауып төшәм.
Институтта уҡыған осорҙа сәйер инәйҙе ҡабат барып күргем килһә лә, нисектер, тыйылдым. Хатта ки иҫкә алмаҫҡа, оноторға тырыштым. Районға эшкә киткәс, һирәкләп булһа ла, шул осрашыу күҙ алдыма баҫҡыланы. Берәй юл төшкәндә Ленинград әбейенең хәлен белешке килде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя мәшәҡәттәре арҡаһында теләгем бойомға ашманы.
Йылдар үтә торҙо. Инде вуз тамамлауға ун йыл тулды. Ошо тантана айҡанлы элекке группалаштарыбыҙ институтта осрашыу кисәһе ойошторҙо.
...Икенсе ҡатҡа күтәрелеп, таныш ишек ҡаршыһына баҫтым, йөрәгем дөп-дөп тибә. Йоҙағы берәү генә. Тимәк... Шулай ҙа звонокка баҫтым – элек юҡ ине. Ишекте бер ир асты. Баш ҡағып иҫәнләштем.
– Бындағы... хозяйка ҡайҙа икән?
– Юҡ инде ул, гүрҙә... дүрт йыл булыр.
Һаубуллашып урамға сыҡтым. Баҫҡыстан төшөп барғанда, әлеге ир: “Әбейҙең кеме һеҙ?” – тип ҡысҡырып һораны. Өндәшмәнем. Ленинград... Блокада... Сәйер ҡарсыҡ... Эх һин, һуғыш!
Читайте нас: