Түктермәгеҙ күҙ йәшкәйен...
Күҙ йәш түкһәм, күк даръя булыр,
Уны ҡалай кисерһең, балам.
Ҡалай кисерһең, балам!
("Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" эпосынан).
Ауыл ситендәге тәпәш өйҙә
Йәшәй әсә һуңғы йылдарын.
Йәшәй яңғыҙ - алыҫ юлдар буйлап
Ул оҙатып бөткән улдарын.
Өлкәндәре яуҙан ҡайтмағандар, -
Шунда ҡалған аҫыл һөйәктәр.
Тик әсәгә улар үле түгел, -
Һаман өйҙә, һаман йөрәктә.
Һандыҡ төбөндәге өскөл хаттар
Әсә менән һануз һөйләшә,
Һағыш сәләмдәрен әйтеп тора:
- Әсәйем!..- тип өҙөлөп өндәшә.
Тик кинйәһе иҫән! Ул алыҫта
(Хаттар етер ерҙә, былай, ул!)
- Эй, балам...- тип өҙөлөп һағына әсә, -
- Ниңә оноттоң? - тип илай ул.
Башҡаларҙың ғәзиз балалары
Хат ебәрә, бүләк ебәрә,
Был, исмаһам, суҡ-суҡ сәләмен дә
Әйтеп ебәрмәйсе елдәргә...
Башҡаларҙың балалары ситтән
Ҡайта һирәк ялда, байрамда.
Тәҙрә ҡағып, сәскә атҡан яҙҙа,
Йәм арттырып ыҙғыр буранда.
Ә был...Юҡ...Юҡ...
Әсә тышҡа сыға, юлға ҡарай:
- Хат килмәйме? Үҙе килмәйме?
Әсә йөрәгенең өҙөлөүен
Ул белмәйме?
Әллә белмәйме?!
Почтальон ҡыҙ йәнә ситләп үтте,
Йорт ҡапҡаһын йәнә ҡаҡманы,
Әллә хат юҡ, әллә тапшырырға
Бары ваҡыт ҡына тапманы?
Ул атланы...
Алыҫ атланы...
Пионерҙар көн дә килеп йөрөй:
Әҙер уның һыуы, утыны,
Керһә, сыҡһа, яҡты лампа яна,
Ашы-һыйы ла бар йортоноң.
Тик кинйәһе генә етмәй бөгөн:
- Балам, балам - йөрәк киҫәгем.
Тар ҡәбергә ятмаҫ элек, барсы
Шатлыҡтарың күреү иҫәбем...
Булмаҫ микән? -
Шулай әсә таңдар ҡаршыланы,
Йәйҙе алмаштырҙы ҡыш менән,
Оноторға тырышып һағыштарын,
Ул үткәрҙе көнөн эш менән, -
Онотоп буламы ни...
Ҡаты сырхап китте, нисә тапҡыр
Өҙөп сыҡты әжәл тоҙағын.
Тик тәбиғәт үҙенекен итә
Һәм үҙенсә бөтөрә аҙағын.
Ауыл ситендәге тәпәш өйҙә
Йәшәй әсә һуңғы көндәрен...
Һуңғы сәғәттәрен, минуттарын...-
(Үлем ҡуймай бит үҙ һөнәрен!..)
Һутлы йәшел үлән үҫкән ергә
Ҡара тупраҡ бына өйөлдө,
Ә өс көндән кинйә ҡайтып төштө,
Ялбыр башы түбән эйелде.
Әсәһенең ҡәбер тупрағына
Ятып иланы ул төн буйы,
Эй һөйләйһе килде шул тупраҡҡа
Бөтә ҡайғыларын, бар уйын...
Тик һуң ине...
Күҙ йәш түгеп-түгеп ҡосаҡланы
Әсәһенең һалҡын ҡәберен,
Ниңә ҡай саҡ беҙ беләбеҙ икән,
Тик юғалтҡас, кеше ҡәҙерен?!
Эй, егеттәр, ҡыҙҙар, һеҙҙең дә бит
Барҙыр әсәйегеҙ - бәғерегеҙ,
Күҙ йәшкәйен берүк түктермәгеҙ,
Иҫән саҡта ҡәҙерен белегеҙ!
(Хәниф Кәрим).