Тик бер ҡағыҙ – ҡарар менән
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.
(”Башҡорт халыҡ йыры Урал”дан).
Башҡорт тауҙарында сал ҡылғанды
Сайҡап ҡына, йәйге ел тарай.
Үткән хәтерҙәрҙе оноторға
Иң ҡыҫҡа төн – татлы йоҡо мәле
Һөйгән йәрҙәр наҙлы ҡосаҡта.
Һандуғастар таңдың япрағында
Моң өләшкән татлы бер саҡта
Хыялдарҙы селпәрәмә ватып,
Ҡан көҫәгән утлы өйөрмәлә
Өйөрөлдө беҙҙең бар халыҡ.
Был ҡойондоң уртаһында әсә
Һыу һөлөгө – улын юғалтты.
Далаларҙа ятып ҡалмаған ул,
Ҡайтыр, тиеп үҙен йыуатты.
Ҡайтманылар күптәр... Төштә генә
Һеҙҙең кеүек шаян ҡыҙ, малайҙар
Өйөрөлдө, мең ғүмерҙе упты
Ҡан көҫәгән яуыз Гитлерҙан һуң
Яңғыҙ ғүмер һөрҙө мең яҙмыш.
Ете йөҙ мең халыҡ китте беҙҙән
Аһ-зарҙары һаман сыңлай кеүек
Дәһшәттәрҙе үткән халыҡтың.
Етмеш меңдән ашты ошо яуға
Оҙатылған башҡорт аттары.
Танкыларға ҡаршы сапты улар
Таралманы башҡорт сафтары.
Киң Рәсәйҙең һары талдарынан
Ҡырҡып алһаң әле ҡан тама.
Беҙҙең халыҡ иле өсөн янды,
Бөйөк Ватан һуғышына, ағай,
Китте айбар башҡорт аттары.
Минең ҡарттай һөйләгәйне бер мәл
Яу алынған ярһыу саптарҙы.
Кай исемле айғыр булған, тиҙәр
Бүреләрҙе бер ни күрмәгән.
Ауыл эттәре лә хатта ҡурҡып,
Ҡойроҡ ҡыҫҡан, сығып өрмәгән.
Алкиндан ҡасып ҡайтҡан бер көн
Тик һуғышҡа йәнә оҙатылған,
Булған бит ул яуҙың ҡоралы.
Кай артынан байтаҡ аттар киткән,
Йөҙҙән ашҡан беҙҙең ауылдан
Һерәйешеп яҙҙы ҡаршылаған
Шайморатов аты кеүек ине, тиҙәр
Беҙҙең Кайҙы, ғорур саптарҙы.
Ир-егеттәр менән аттарҙы.
“Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Беҙҙең ҡанда яугирлек бар, –
Дәрес бара, ваҡыт ҡуласаһын
Ана аттар көрттө ярып саба,
Ҡарҙар сәсрәп оса дағанан.
Һыбайлылар танкка ҡаршы оса!
Шартлау, төтөн... Ерҙән ут сыға...
Йөрәгенән ҡурҡыу ҡасҡан ирҙәр –
Яу яланын ҡыйған ҡарсыға.
Ҡулдарында ҡылыс саҡма саға,
Уландарың батыр шул, Урал!
Ут эсендә Салауаттай ғәййәр –
Башҡорт Шайморатов генерал.
Пулеметтар уты теткеләйҙәр,
Обливскийҙы азат итер өсөн
Ике аҙна бара ҡанлы алыш,
Һуғыш бында әле ныҡ ҡыҙған.
Күкте баҫып алған Юнкерстары,
Мессершмицы – үҙе бер ҡоҙғон.
Көн артынан көндәр сабышалар
Батырҙарым ниҙәр кисергәндер
Үлем матҡып тотҡан саҡтарҙа?
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
(Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”тан).
Һайлап алған кеүек, төнө лә һил...
Яу алдынан бивак. Егеттәр
Йомарланып йоҡлай. Ҡанаттарын
Ҡымтып алған, гүйә, бөркөттәр.
Кем тере лә, кемдәр башын һалыр,
Һәр һалдатын таный генерал.
Ҡурай тартҡан, моңло йыр йырлаған
Башҡорттарҙан яҙһа сал Урал.
Зар булырҙар әсәй, ҡатындар.
Шуны уйлаһа, күңеле тулып, йәне
Тығылғандай була алҡымға. ...
Иҫенә төшә илдең сыуаҡ төнө.
Ай нурында сайҡай. Тиҫтерҙәре,
Картуф өткән малай саҡтары.
Ат йөҙҙөргән тәрән йылғалары
Барыһы ла кисә генә кеүек.
Көс һынашҡан егет саҡтары.
Кешнәй ғорур, ярһыу айғырҙар.
Ғәмһеҙ саҡтар улар бик тиҙ һүнер –
Күктән яуған йондоҙ-ямғырҙар.
Аттар арығандар... тышалғандар,
Аҡ күбектән һындар ял итер.
Иртәгәһен генә белеп булмай,
Хан итерме, әллә ҡол итер?
Ат бышҡыра, ҡылған яра микән
Үлән йолҡҡан көслө иренен?
Ғүмер ерҙә ҡыҫҡа, уҙған төндән
Ә күктәрҙе ҡылыс ярған төҫлө
Йондоҙ һыҙып үтә, төн йыртып.
Йөрәк ярһыуына ялдар кәрәк,
Арыған ул күптән ут йотоп.
Туғайҙағы аттар һағайғандар,
Ниндәй икән аттар уйҙары?
Тыныс таңдар тиҙҙән атыр микән,
Алһыулатып илем тауҙарын.
Таң уянғас, өҙәңгегә баҫып,
Осорбоҙ беҙ алға тик елеп.
Иртәгәһен аттар ҡайғыртмай ҙа,
Ил хәстәре беҙҙә, ир-егет!
Күңелендә буран ине ул көн,
Төн йоҡламай сыҡты генерал:
“Дошман ҡуласаһын йырыу өсөн
Йоҙроҡ булыу – ошо бар ҡорал.
Фашист күргән беҙ ҡырағай түгел,
Ил ҡурсыған Совет һалдаты.
Был донъяла ниҙәр генә күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Мине йоҡо һирәк ала хәҙер,
Төштәрем дә минең бик ҡыҫҡа.
Уралымдың ҡара сөм тупрағын
Ҡыҫып тотҡанмын да мин усҡа,
Шундай итеп еҫкәймен дә икән
Тыуған ерҙең ғәзиз тупрағын.
Бары төштә ҡай саҡ онотола
Үлем сәскән дошман туптары.
Бөгөн төштә әсәй өндәгесә
Сәстәремә наҙлап ҡағылды.
Их, әсәйҙәр, мәңге йәшәмәйҙәр
Ҡәҙерлемде шундай һағындым!
Кескәй генә ҡыҙым, бәләкәсем,
Һине күптән төштә күргән юҡ
Йөрәгемде өткән һөйөүемде
Бер минутҡа йәндән һүргән юҡ.
Тышҡа сығам Яна күктә ҡышҡы аҡ ҡуҙҙар.
Мөхәббәтем, күктә, күрәһеңдер
Минең бүләк иткән йондоҙҙар.
Тыуған илгә тоғро һалдат булдым,
Бар ғүмерем үтә гел яуҙа.
Тик һөйөүҙе һаҡлай алманыҡ шул.
Тормош тигән оло бер дауҙан.
Мине ғәфү иткәнһеңме икән?
Ә мин һине күптән кисерҙем.
Һөйөүемдән мин бәхетле булдым,
Талғын ғына бер йыр йәнде өтә, –
Башҡорт йөрәгендә яралған.
Ир-егеттең бикле аһ-зарҙарын
Илгә һөйләр көй бит – “Абдрахман”.
“Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа”.
(Башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман”дан).
Ошо йырҙың һүҙе хаҡ булһа.
Яҡын күргән дуҫтың яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа...
Мин антыма тоғро булып ҡалам,
Ҡыуанмаһын быға ҡуштандар.
Төн йоҡоһон йоҡлай алмай сыҡһын
Егеттәрҙе алып сығасаҡмын
Йүнһеҙҙәрҙең бары бер ҡарары
Башҡорттарҙы алды ҡамауға.
Борисов, һин беҙҙең башҡорттарҙы
Батыр егеттәрҙе юҡ итергә
Һин мәкерле эште башланың.
Минең хаҡта төрлө хәбәр булыр,
Үлем алһа минең алҡымдан.
Ғүмер буйы тоғро ҡаласаҡмын
Иртәгә яу... Күптәр күрә алмаҫ
Ирек өсөн, әйҙә, беҙ ҡайрайыҡ
Дошман йәнен ҡыйыр ҡоралды”.
“Башҡорттар китте һуғышҡа!” –
Танкылары, дошман самолеты
Шайморатов йәнен күҙләне.
Дошман снарядтары бер-бер артлы
Миңлеғәле ҡулындағы ҡылыс
Ҡан дошманға үсен ҡайтара.
Башҡорт атлылары ҡандар кисеп,
Шайморатов менгән арғымаҡтың
Аҡ күбеккә батҡан арҡаһы.
Батыр ирҙең инде яу башынан
Тағы ярсыҡ тәнен телеп уҙҙы
Тик ҡулынан ҡылыс төшөрмәне
Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт уланы
Эргәһендә снаряд шартлағанын
Аңламай ҙа, бәлки, ҡалғандыр.
Батыр улдың һуңғы һулыштарын
Күрҙе бары үлеп ҡалғандар.
Күрҙе бары уның арғымағы,
Ғәрәсәтте бергә кисергән.
Шайморатов һөйөп мундаларын
Күпме йылға һыуын эсергән.
“Йәнем тәнде ташлап сыҡты инде,
Һыҙланыу юҡ... миңә яу тынды.
Ғәрәсәттәр йырып алға барған
Ниҙәр көтә минең халҡымды?
Күп егеттәр ҡулса йырып сыҡты.
Уң яғымдан сафҡа теҙелгәндәр.
Йәнен биреп һуңғы яуында.
Иле өсөн ҡорбан булды йәштәр,
Йәштәштәрем минең, ағайҙар.
Улар мәңге һалдат булып ҡалыр, –
Тол ҡатындар илар ҡайғыһынан
Миңә яҙмыш яулы тормош яҙған, –
Баҡыйлыҡҡа бөгөн күсәмен.
Ярты йәнем һеҙҙең менән ҡала
Минең яугир, батыр башҡортом.
Ирек яулап илгә ҡайтығыҙ һеҙ,
Ҡаршы алһын Урал – баш йортом.
Февраль төнө йотто яҡтылыҡты,
Ҡулса йырып сыҡты бик күптәр.
Генералдың тәне киң далала
Ятып ҡалды, ҡыҙҙар, егеттәр.
Ике фашист атҡа яҡынланы,
Дошмандарға тик һин әсир булма,
Ҡар ярып сап, толпар, туҡтама!
Аттар бышҡыралар... шомло тынлыҡ,
Усаҡтарҙың баҙлай ҡуҙҙары.
Анау айғыр, бәлки, беҙҙең Кайҙыр,
Үлән эҙләп ҡарҙы туҙҙырған.
Фашистарҙы хатта ат та таный,
Баш бирмәйсә сапҡан ҡороҡҡа.
Арҡан бөргән немец һалдатын ул
Һөйрәп алып килгән ҡойроҡҡа.
Шайморатов аты... Яуҙан ҡайтты,
Тик батыры төшкән эйәрҙән.
Хатта айғыр моңһоу, аңлай төҫлө
Аҫтындағы эйәр атҡа тейәр,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
(“Тәфтиләү” башҡорт халыҡ йырынан).
Мин һуғыштан ҡасып ҡайтмағанмын,
Иҫән саҡта хужам оса инем,
Теҙген менән төртһә бөйөргә.
Күпме индем ҡанлы алыштарға,
Фашистарҙы тойҙом еҫенән.
Кемгә кәрәк ошо ҡан ҡойоштар,–
Йылҡылар ҙа бик йыш талашты.
Ҡандар ҡойоп еңеү яуламаныҡ,
Ҡара төндә осҡан снаряд кеүек
Был кешеләр берен-берен һуя
Был тормошта нимә хаҡына?
Ошо ер бит иркен, тулап сабыр
Ҡолон үрсетерлек яландар.
Ҡара һөрөм бөгөн баҫып алған
Бәхтәй, Бирнаҡ, иркен Ташъяр ере,
Сал ҡылғаны миңә ныҡ танһыҡ.
Ир-егеттәр менән ошо яуҙа
Беҙ бит тыныс көндәр юғалттыҡ.
Арҡамдағы эйәр артҡа тейә,
Һыбайлымды бөгөн юғалттым.
Өйөрөмә тере килеш ҡайтып,
Арығандар аттар... Аҫыл ирҙәр
Баҙағандар ауыр был яуҙан.
Шайморатов вафат... Мең күңелдәр
– Сигенмәйҙәр беҙҙең Салауаттың
Тоҡомдары! – булды фарманың.
Йөрәктәрҙә беҙҙең йәшәйәсәк
Йәнгә ҡеүәт биргән дарманың.
Яу бөткәнсе киң офоҡто ярыр
– Шайморатовсылар алға! – тиеп
Дунай, Висла, Эльба яңғыраны.
Уҡыусылар, һеҙгә әйткән инем,
Ҡулдарымда минең бер ҡағыҙ,
Ғүмерлеккә иҫләп ҡалырлыҡҡа
Иғтибарлап ҡына тыңлағыҙ.
Ил башлығы оло ҡарар ҡылған,
Шайморатов – Рәсәй Геройы!
Күптән көткән хаҡлыҡ тантанаһы,
Милләтемдең берҙәм был уйы.
Ә ни өсөн, ағай, бирелмәгән
Аҫыл затты ҙурлау кәрәклеген
Һуңлап аңлай ниңә күп кеше?
Һуңлап килә ошо донъяларҙа
Ҡай саҡ беҙҙә рәсми танылыу.
Күп осраҡта кеше үлгәс кенә
Шайморатов, һинең яҙмыш хәтәр,
Заманыңа хас бит ғүмерең!
Күңелемдә һиңә һәйкәл ҡоям,
Аңлар кәрәк хәтер ҡәҙерен.
Шайморатов була алмай бер кем,
Яҡшы дан да, яман ат та беҙҙең
Исем бирмәй күпме этләттеләр,
Халыҡ хаты оҙаҡ йылдар ятты
Бейек диуарҙарҙа ҡаралмай.
Рәсми ҡағыҙ беҙгә мөһимме һуң?
Үлгәндәр бит быны һорамай.
Һин халыҡҡа кәрәк, Шайморатов,
Булһын, әйҙә, рәсми бер ҡағыҙ!
Ир аҫылы ҡылған батырлыҡты
Мәңге хәтер итеп һаҡлағыҙ!
Оло дәүләт күптән юҡҡа сыҡты,
Шайморатов – Рәсәй Геройы!
Һин – башҡорттоң батыр бер тоҡомо,
Шанлы һинең уҙған яу юлың.
Луганскиҙа изге хәтер йәшәй,
Батыр улын һәр саҡ данлап торған
Йөрәктәрҙә йәшәй бер йыры.
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ,
“Мин халҡымдың күптән йөрәгендә,
Миңә дан да, ҡан да кәрәкмәй.
Тыуған ергә, һеҙгә һөйөү генә
Йәшәй минең ярһыу йөрәктә.
Ябайыраҡ булыр кәрәк ерҙә!
Тормош ерҙә бары таң ғына.
Был донъяның һәр иртәһе ғәзиз
Беҙ – кешеләр – Ерҙә саң ғына.
Әгәр һеҙгә мин кәрәкмен икән
Мин һәйкәл дә булып танылам!
Ошо Ерҙә бары һеҙ йәшәгеҙ,
Аҡ болоттар күктә таралалар,
Ваҡыт елә беҙҙән һорамай.
Ярһыу Кайҙай айғыр юрғалай.
Офоҡ – зәңгәр, ҡояш шундай сағыу,
Ҡамылдарҙа уйнай ҡолондар.
Зөмрәт йәшел үләндәргә тулыр