Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 14:29

«Төнъяҡ Амурҙары»: Өфөлә француз яуында ҡатнашҡан башҡорттар тураһында йәнһүрәт төшөрөләсәк

#Ағиҙелжурналы

«Төнъяҡ Амурҙары» тип аталған ижад емешен баш ҡаланың «Муха» студияһы әҙерләй. Был турала кисә Башҡортостан Башлығының «Союзмультфильм» киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашыуында билдәле булды.
Унда һүҙ төбәктә анимация фильмдарын төшөрөүҙе үҫтереү хаҡында барҙы. Борис Машковцев әйтеүенсә, «Союзмультфильм» әле төрлө жанрҙарҙы үҙләштереү, рәсәй һәм сит ил төбәктәре менән бәйлнештәрҙе нығытыу өҫтөндә эшләй. Радий Хәбиров Өфөлә «Муха» студияһының уңышлы эшләп килеүен һәм Башҡортостандың иң уңышлы мәҙәни образдарын ил кимәлендә таратырлыҡ мөмкинлеккә эйә булыуын билдәләне. Әле студия Башҡортостан башлығы заказы буйынса башҡорт яугирҙары хаҡында «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтен төшөрә.
«Союзмультфильм» төбәк студиялары менән бәйләнештә һәм анимация технопаркы форматында үҫешә. Өфө студияһының улар менән хеҙмәттәшлеге етештереү күләмен арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Республика башлығы белдереүенсә, әле «Муха» студияһын киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр индерелгән. Шулай уҡ урында уҡытыу үҙәге асыу хаҡында ла һүҙ бара, был талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. Өфө мультипликаторҙары фекеренсә, дәүләт яғынан иғтибар эш сифатын күпкә яҡшыртасаҡ, мөмкинлектәр ҙә артасаҡ.
bash.news
Читайте нас: