Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 17:29

Сикләүҙәрҙе йомшартыуға әҙер түгелбеҙ

#ҡороновирус

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эре сауҙа вәкилдәре менән осрашты. Башлыҡ әйтеүенсә, республика сикләүҙәрҙе йомшартыуға әҙер түгел, йәмәғәт урындарында битлек тәртибе һаҡлана.
24 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 6500 коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороусылар һаны 37-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
6500 сирленең 4781-е һауыҡҡан. Уларҙың алтауһы — һуңғы тәүлектә.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар теркәлмәгән, уларҙың дөйөм һаны 21 кеше тәшкил итә.
Илдә бөтәһе 800 849 ауырыу асыҡланған, уларҙың 5 811-е — һуңғы тәүлектә. 588 774 кеше һауыҡҡан. Уларҙың 8 444-е — һуңғы тәүлектә.
COVID-19 эпидемияһы башланғандан алып Рәсәйҙә 13 046 сирле үлгән, уларҙың 154-е — һуңғы тәүлектә.
Читайте нас: