Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 11:28

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 7 меңгә яҡынлаша

#ҡороновирус

Башҡортостанда коронавирус эпидемияһы башланғандан алып 6 463 сирле теркәлгән. Тәүлек эсендә улар 37-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Коронавирус менән ауырыған 6 463 кешенең 4 775-е һауыҡҡан. Уларҙың 12-һе һуңғы тәүлектә һауығып сыҡҡан.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан вафат булыусылар теркәлмәгән, уларҙың дөйөм һаны 21-гә еткән.
Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 795 меңдән ашыу сирле асыҡланған, уларҙың 5,8 меңе — һуңғы тәүлектә. 580 меңдән күберәк кеше һауыҡҡан. Уларҙың 8,2 меңе — тәүлек эсендә.
Эпидемия башланғандан алып илдә бөтәһе 12,9 мең сирле донъя ҡуйған, уларҙың 147-һе – һуңғы тәүлектә.
Читайте нас: