Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 11:48

Янғындар ауыҙлыҡланды, урман хужалығы министры хәбәр итә

#Ағиҙелжурналы

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов кисәге көнгәсә туҡтатылған янғындар тураһында хәбәр еткерҙе.
Кисә Башҡортостанда 6 янғын һүндерелгән: Әбйәлил (2), Белорет (2), Мәләүез райондарында (1), шулай уҡ Башҡортостан ҡурсаулығында бер янғын туҡтатылды.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта өс янғын сығанағын һүндереү эштәре дауам итә, уларҙың икәүһе – Белорет урмандарында, берәүһе
Бөрйәндә. Ауылдарға хәүеф барлығы күҙәтелмәй. Бөгөнгә янғын һүндереү эштәренә 286 кеше һәм 64 техника берәмеге йәлеп ителгән. Алдағы көндәрҙә көтөлгән ямғырлы һауа торошо янғындарҙы тамам туҡтатырға ярҙам итер.
Читайте нас: