Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 12:35

Башҡортостан өсөн тауыш бирәйек!

#АлғаБашҡортостан #алгаБашкирия#наприроду #россиясамаякрасиваястрана #держикурснаприроду

Быйыл йәй Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асылды, сөнки коронавирус пандемияһы республика халҡын сит илгә сығып ял итеү мөмкинлегенән мәхрүм итеп ҡуйҙы. Ә гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа яҡшы ял өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар. Иҫ киткес матур тәбиғәт, тарихи ҡомартҡылар – беҙҙең иң төп байлығыбыҙ. Хәйер, күп төбәктәр бындай өҫтөнлөк менән маҡтана алмай.
Башҡортостан туристик кластерҙар һәм экотуризмды үҫтереү буйынса федераль конкурста ҡатнаша. Кластерҙарҙың төп маҡсаты – туристар ағымын яйға һалыу һәм уңайлы шарттар булдырыу. Бындай алым туристарҙың ялын дөрөҫ итеп ойошторорға һәм берҙәм ял маршрутын төҙөргә булышлыҡ итәсәк. Икенсе яҡтан, был федераль грант алыу өсөн бик шәп мөмкинлек.
Беҙҙең республиканан ике проект ҡатнаша:
"Мәғрур Ирәмәл", унда "Ирәмәл" тәбиғәт паркы һәм "Урал-Тау" заказнигы биләмәләре инә.
"Башҡортостан йөрәге", ул үҙ эсенә "Еҙем" региональ тәбиғәт паркын, "Башҡортостан" милли паркын, Торатауҙы, Асҡын боҙло мәмерйәһен ала.
13 июлдә тауыш биреү старт алды, барығыҙҙы ла республика проекттары өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Бының өсөн:
- https://priroda.life сайтына инеп, теркәлергә
- география бүлегенә үтергә: https://priroda.life/geography
- картала беҙҙең республиканы һайларға
- кластерҙарҙы һайларға һәм "йөрәк"кә баҫырға
Башҡортостаныбыҙ өсөн тауыш бирәйек, мәғлүмәтте таратайыҡ, дуҫтар!
#АлғаБашҡортостан #алгаБашкирия #наприроду #россиясамаякрасиваястрана #держикурснаприроду
Читайте нас: