Онкология диспансерын яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыу өсөн республика һәм федераль бюджеттан аҡсалар бүленә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 1 млрд һумдан ашыу суммаға заманса аппараттар килтерелә. Өфөләге диспансерҙан тыш, яңы техника Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама учреждениеларына оҙатыла. Алдағы йылда яман шеш менән ауырыусылар һанын кәметеп, пациенттарҙың ғүмерен оҙайтыу маҡсаты ҡуйыла.