Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2020, 15:17

Радий Хәбиров: «Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне»

Республикала битлек режимы һаҡлана.#Ағиҙелжурналы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, коронавирус бер ҡайҙа ла китмәгән, төбәктә ағымдағы тәртип һаҡлана.
«Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Эйе, үлем осраҡтары кәмей бара, бик ҡыуаныслы, әлбиттә, ләкин Башҡортостанда көн һайын бер нисә тиҫтә сирлене теркәйбеҙ. Беҙҙә Учалы районында урынлашҡан психоневрология интернатында табылған сир сығанағына бәйле осраҡтар күбәйеп китте. Ул бөтөрөлдө. Коллегалар, был аҙнала беҙ бер тигеҙ барабыҙ. Роспотребнадзор талаптарына ярашлы һәм ағымдағы хәлдән сығып, ошо тәртипте һаҡларға тәҡдим итәм. Шул уҡ тәртиптә эшләйбеҙ», — тине республика башлығы.
Битлек тәртибе бөтөп бара тиерлек, тип өҫтәне ул.
«Бының менән ризалашырға ярамай. Шуға күрә беҙ кешеләрҙе нисек ошо осорҙа битлектә йөрөү, социаль дистанцияны һаҡлау кәрәклегенә ышандырыу хаҡында уйлашырбыҙ. Йыйылырбыҙ, уйлашырбыҙ. Мөмкин булған урында ҡағиҙәләрҙе үтәүгә әйләнеп ҡайтырбыҙ: халыҡҡа әүҙемерәк, йомшаҡ ҡына, мәжбүр итмәйенсә генә аңлатырбыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Коронавирус бер ҡайҙа китмәне. Үҙ бурысыбыҙҙы тыныс ҡына үтәйбеҙ. Һәр ваҡыт койка запасы булырға тейеш».
Читайте нас: