Күптән түгел йәш ижадсы, “Юлдаш” радиоһының хәбәрсеһе Айбулат Сәсәнбаевтың “Мин яратҡан өс хәреф” тип исемләнгән китабы донъя күрҙе. Айбулат был юлы әҙәбиәт һөйөүселәргә өр-яңы хикәйә-пьесаларын тәҡдим итә, әйткәндәй, ул китапты үҙнәшер юлы менән баҫтырған. Талантлы егеттең шулай уҡ ике йыл самаһы элек Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында сыҡҡан “Күләүектәге болоттар” шиғри йыйынтығы уҡыусылар күңеленә хуш килгәйне.
Ә һеҙ, дуҫтар, “Мин яратҡан өс хәреф”тән ауыҙ иттегеҙме? Ниндәй өс хәреф тураһында һүҙ барғанын белгегеҙ килһә, тиҙерәк Айбулаттың үҙенә мөрәжәғәт итегеҙ, тиҙ арала китабын алып килеп еткерер.
Өлгөр һабаҡташымды ижади байрамы менән тәбрикләйем, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләп ҡалам!