Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 15:07

Мәжит Ғафури

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк башҡорт яҙыусыһы Мәжит Ғафуриҙең тыуыуына 140 йыл! #Ағиҙелжурналы

Һарыҡты кем ашаған?
Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған,
Эҙләп тә тапмағандар, ул юғалған.
Бер-ике көн үтеп киткәс, беҙҙең аусы:
“Бүре ашаған һарыҡты”, — тип хәбәр алған.
Быны ишеткәс, аусы сикһеҙ асыуланды,
Йыртҡыстарҙың был эшенә көйҙө, янды.
— Һарыҡтың үсен алмай ҡалмамын, — тип,
Януарҙарға ошолай тип хәбәр һалды:
“Ҡыҙғанып тора инем үҙем һеҙҙе,
Асыуланһам, ҡалдырмамын берегеҙҙе,
Һарығымды кем ашаһа, шул кешене
Талап ҡылам, миңә тотоп биреүегеҙҙе”.
Аусыны белә урманда һәр бер януар,
Был хәбәрҙе ишеткәс тә таң ҡалдылар.
“Аусыны тиҙерәк риза итәйек”, — тип,
Кәңәш өсөн бер урынға йыйылдылар.
Булды төлкө секретарь, бүре рәис,
Һүҙ башлап рәис әйтте: “Был ниндәй эш!..
Аусының һарығын кем ашаны?
Танымайса ошо ерҙә әйтеү тейеш.
Шул эш өсөн саҡырҙым мин бында һеҙҙе:
Асыуланһа, аусы ҡырыр барыбыҙҙы.
Кем ашаһа, шуны биреп ҡотолайыҡ,
Тоғролоҡтан айырмағыҙ үҙегеҙҙе”.
Тәүҙә бүре: “Ашаманым”, — тине, танды,
Төлкө лә тоғролоғон һөйләп алды.
Бөтә йыртҡыс үҙҙәрен аҡланылар.
Бер яҡ ситтә йыртҡыс түгел, ҡуян ҡалды.
Тине бүре: “Ситтә тороп яңғыҙ үҙең,
Бур кешенең күҙе төҫлө ике күҙең.
Һарыҡты ашаған кеше һин түгелме?
Әйтеп ҡал, бында килеп, әйтер һүҙең!”
Ҡуян меҫкен ҡурҡыуынан ҡалтыранды,
“Ашаусы мин түгел”, — тип саҡ әйтә алды.
Ул, шикле кеше төҫлө яуап биргәс,
Бөтә йыртҡыс: “Ашаусы шул!”, — тип ауаз һалды.
(Ашамай ҡуян һис бер ваҡытта ит),
Әйтә алманы, ашаған мин түгел, тип.
“Һарыҡты ашаған сусҡа ошо икән”, —
Тине бүре: “Килтерегеҙ бәйләргә еп!”
Шул сәғәт әллә ҡайҙан еп таптылар:
Ҡуяндың муйынына таҡтылар.
“Уҫаллығың язаһын тарт, бына инде!”, —
тип Аусының ауылына оҙаттылар.
Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан:
Һәр ҡайҙа хурлыҡ күрер меҫкен ҡуян.
Зарарлы бәндә булып күренерһең,
Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян.
Читайте нас: