Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 14:51

Бөрйән урманындағы янғындарҙы ике көндән һүндереп бөтәсәктәр

Ниһайәт, Бөрйән яҡтарынан яҡшы хәбәрҙәр килә башланы.#Ағиҙелжурналы

Ниһайәт, Бөрйән яҡтарынан яҡшы хәбәрҙәр килә башланы. Тәбиғәт янғынының артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күрелгән саралар һөҙөмтәһен биргән. Ике көндән янғын һүндереү эштәре тамамланасаҡ.
Уттың таралыу юлындағы яныусы матдәләрҙе яндырыу өсөн ҡаршы яҡтан контролдә тотолған ут тоҡандарғандар тип хәбәр иткәйнек. Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо ысул арҡаһында Башҡорт дәүләт ҡурсаулығындағы янғын локалләштерелгән. Артабан уттың таралыуы күҙәтелмәй. Әүҙем яныу майҙаны әлеге ваҡытҡа 0,51 гектар тәшкил итә. Утты һүндереү өсөн көстәр һәм саралар етерлек.
Һарғая ауылы янындағы тағы бер янғын оҙаҡламай һүндереләсәк. Ауылға ут таралыу ҡурҡынысы юҡ. Бөрйән районында ҡуйылған постар ауылдарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтә. Бынан тыш бөгөн дәүләт ҡурсаулығына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та килгән.
Читайте нас в