Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2020, 18:40

Бөрйән урманындағы янғынға Үҙән кәртә буласаҡ

#Ағиҙелжурналы

Әлеге мәлдә Бөрйән районында Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, Урман хужалығы министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, урман биләмәләрен ҡуртымға алыусылар, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ көсө менән янғынды һүндереү эше дауам итә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғәлиуллина хәбәр итте.
- Бөгөнгә кеше һәм техника һаны күбәйтелде. Әлеге мәлдә утты ауыҙлыҡлауға 352 кеше һәм 103 берәмек техника йәлеп ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман янғындарын һүндереүҙә ҡулланылған техниканы эшкә ҡушып булмай, сөнки һыу алыу өсөн эргәлә ҡулайлы һыу ятҡылыҡтары юҡ. Ауылдарҙы янғындан һаҡлау өсөн махсус дежур төркөмдәр булдырылды, - тип билдәләнеләр ведомствола.
Хәүеф аҫтына алынған бөтөн ауылдар биләмәһендә лә урман менән ауыл араһын һөрөп сыҡҡандар. 5-12 метр киңлектәге был минералланған һыҙаттар утҡа үтергә мөмкинлек бирмәйәсәк. Бынан тыш, урман менән ауылдар араһында Үҙән йылғаһы аға. Ул да утҡа кәртә булып торасаҡ, ти белгестәр.
Читайте нас: