Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2020, 21:19

Бөрйән районында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан ителде

#Ағиҙелжурналы

Бөрйән районында урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан ителде. Әлеге ваҡытта республика урмандарында 4-5-се класлы янғын хәүефе һаҡлана. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлде күҙ уңында тотоп, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Уның билдәләүенсә, аномаль эҫе һәм ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда урман янғындары ҡабынды. Белорет, Бөрйән һәм башҡа райондарҙа урман яна. Тораҡ пункттарға ҡурҡыныс янамай, шулай ҙа ҡайһы бер осраҡта ялҡын телдәре ауыл ситенә тиклеп килеп етә. Әле урман янғындарына ҡаршы махсус техникалар йәлеп ителгән, ирекмәндәр ярҙамға сыҡҡан. Бөрйән районында кисәнән алып ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелгән, оператив штаб төҙөлгән. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. "Үҙ яғымдан урманға барыуҙан тыйылып тороуығыҙҙы һорайым, унда усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. "Тәбиғәтте яҡлағыҙ!" тигән һүҙҙәр бөгөн айырыуса көнүҙәк. Ә мин тағы ла: "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!", - тип өҫтәр инем", - тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Читайте нас: