Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 00:05

ҺЫУҘАҒЫ БӘЛӘГӘ ЮЛ ҠУЙМАҒЫҘ!

#Ағиҙелжурналы

Йыл һайын Рәсәйҙә һыуҙа 20 мең кеше донъя ҡуя, улар араһында балалар ҙа аҙ түгел. Бәләгә юл ҡуймаҫ өсөн, һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
ҺЫУ ИНЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • махсус бүленгән һәм йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ; яраҡлы урын һайланғас, ары йөҙөп китеү ярамаған сикте билдәләгеҙ;
  • ҡояшта оҙаҡ ваҡыт булғандан һуң һыуға ырғыу йә иһә кинәт инеү хәүефле. Һыуҙа тән артыҡ һыуынғанда мускулдар рефлектор ҡыҫҡара, был һулыш алыу туҡтауына килтерә; шулай уҡ һыуға ашағандан һуң һәм арыған хәлдә кинәт инергә ярамай;
  • артыҡ алыҫҡа йөҙөргә тырышмағыҙ, сөнки үҙ көсөгөҙҙө дөрөҫ иҫәпләмәүегеҙ мөмкин;
  • өшөгәнсе һыу инмәгеҙ. Тәнегеҙҙе көҙән йыйыра башлауы, тын алышығыҙ туҡтауы, аңығыҙҙы юғалтыуығыҙ ихтимал;
  • сикләү билдәләренән ары йөҙөп сыҡмағыҙ, үтеп барыусы судноларға, кәмәләргә, катерҙарға яҡын бармағыҙ;
  • әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, диагональ буйынса яҡындағы ярға хәрәкәт итергә тырышығыҙ;
  • әгәр өйрөлмәккә эләкһәгеҙ, тәрән итеп тын алығыҙ, һыуға сумығыҙ һәм ситкә көслө ырғылыш яһап, йөҙөп сығырға тырышығыҙ;
  • алкоголь иҫереү хәлендә һыу инмәгеҙ;
  • балаларға өлкәндәрҙән башҡа һыу инергә рөхсәт итмәгеҙ;
  • ылымыҡтар күп булған урындарҙа һыу инергә ярамай;
  • йөҙә белмәгән килеш һыуҙа өрөп тултырмалы матраста йә иһә камерала тәрән урындарҙа йөҙөп йөрөмәгеҙ;
  • дауыллы көндә йә иһә йәшен ваҡытында һыу инергә ярамай;
  • башығыҙға эҫе ҡабыуына юл ҡуймағыҙ, ҡояш аҫтында оҙаҡ ваҡыт йөрөмәгеҙ;
  • һыуҙы етерлек эсегеҙ.
  • ҺЫУҒА БАТА БАШЛАҺАҒЫҘ, НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
    Бәхетһеҙлек осрағына юл ҡуймаҫ өсөн, балаларығыҙға һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, ауыр хәлдәрҙә эш итергә өйрәтегеҙ. Һыуҙа үҙеңде тыныс тоторға, паникаға бирелмәҫкә, үҙаллы сығырға тырышырға кәрәк, быға тыныслыҡты һаҡлағанда ғына өлгәшергә мөмкин. Үпкәгеҙгә мөмкин тиклем күберәк һауа һуларға һәм вертикаль торошта булырға тырышығыҙ. Киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, сөнки был осраҡта һыуҙың тирбәлеше көсәйәсәк, тын алышығыҙ йышаясаҡ, һыуға тонсоғоу хәүефе артасаҡ. Тәрәнерәк итеп тын алырға, үпкәгеҙҙә һауаны мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ, был яҡшы йөҙөүсәнлек булдыра. Үпкәлә һауаны 30 секундтан оҙағыраҡ тоторға мөмкин.
    Бәхетһеҙлек осрағын киҫәтеүҙең иң яҡшы ысулы – яҡшы йөҙә белеү, ҡатмарлы шарттарҙа йөҙөү алымдарын, һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үҙләштереү.
    Йәй – матур ял мәле. Беҙҙең ялыбыҙҙың нисек үтәсәге һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәүебеҙгә, уларҙы балаларыбыҙға яҡшылап төшөндөрөүебеҙгә бәйле.
    Читайте нас: