Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров мөрәжәғәт итә:
- Эҫе көндәр башланыу менән йылғаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында батыусыларҙың һаны ҡапыл күбәйҙе. Бер аҙнала 6 кеше һыуға батып һәләк булды. Ике көн эсендә генә Бөрөлә, Салауатта һәм Ауырғазы районында 14-17 йәшлек өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлөүе бигерәк аяныслы.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан алып республиканың һыу объектарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика буйынса, һыу инеүселәр көндөң икенсе яртыһында, йәғни 14.00-дән 21.00-гә тиклем, батҡан.
Кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыу сәбәптәре билдәле:
һыуға иҫерек килеш төшөү; махсус йыһазландырылмаған урында һыу инеү; балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу. Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүҙән баш тартырға саҡырам. Ул урында көслө һыу аҫты ағымы, өйрөлтмәк, ағас тамырҙары, тәрән, һыуыҡ шишмә булырға мөмкин.
*Иҫерек килеш йәки яңғыҙ ғына һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылға аша йөҙөп сығырға тырышмағыҙ.
*Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйына ебәрмәгеҙ, шулай уҡ, тәбиғәттә ял иткәндә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
*Һыу инеү өсөн тик махсус йыһазландырылған урындарҙы һайлағыҙ!
*Үҙеңде һыу буйында тотоу ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәүсе ҡорбандарҙың әсәләренең, башҡа яҡындарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
*Һәр ваҡыт һыу объекттарында хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ!
*Яҡындарығыҙға һәм тирә-яҡтағыларға ҡағиҙәләрҙе боҙорға рөхсәт итмәгеҙ!
*Тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙа бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!