Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 23:18

"16-сы урындан 9-сыға – Башҡортостан инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингта йыл эсендә ете позицияға күтәрелде"

#ВладимирПутин

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Улырышта ошо билдәле булды – Башҡортостан инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингта йыл эсендә ете позицияға күтәрелде. Был ҡыуаныслы хәбәр менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты: "Республикабыҙ тәүге унау иҫәбенә инде. Был нимә бирә? Иң тәүҙә – эш урындары һәм хеҙмәт хаҡының артыуы, халыҡтың тормошон яҡшыртыу буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу. 9-сы урын – берҙәм команданың ҙур хеҙмәт емеше. Беҙ йыл ярым ваҡыт эсендә 59 инвестиция сәғәте үткәрҙек, 462 миллиард һумға 230 проектты ҡабул иттек. Әлеге ваҡытта уларҙың яртыһы тормошҡа ашырыла. Был эшкә район һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ла ҡушылды. Мин был һөҙөмтәгә бик шатмын һәм тәү сиратта ышаныс белдергәне өсөн, инвесторҙарға рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Вәғәҙә иткәнсә, һүҙемдә торасаҡмын, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә артабан да яҡшы шарттар булдырам. Беҙҙең маҡсат – яңы үрҙәр яулау. 9-сы урын – Башҡортостан кеүек гүзәл төбәккә иң юғары бейеклек түгел әле.
#ВладимирПутин
Читайте нас: