Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 13:36

ПОСОБИЕ КЕМДӘРГӘ ҺӘМ НИ РӘҮЕШЛЕ ТҮЛӘНӘ?

Өс йәштән ете йәшкә тиклем балалар өсөн аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы ата-әсәләрҙең ғаризалары буйынса 29 июнгә ҡарата 20 меңдән ашыу сабыйға был пособие тәғәйенләнгән һәм түләнгән.

Өс йәштән ете йәшкә тиклем балалар өсөн аҡсалата түләүгә хоҡуҡлы ата-әсәләрҙең ғаризалары буйынса 29 июнгә ҡарата 20 меңдән ашыу сабыйға был пособие тәғәйенләнгән һәм түләнгән.
Ҡабул ителгән ғаризаларҙың барыһы ла Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге ҡарауына алынған. Ғариза яҙған һәр кемгә пособиеның билдәләнеүе, йә булмаһа ғаиләнең уға хоҡуғы юҡлығы тураһында мотлаҡ хәбәр ителә.
Әгәр пособие документтар тулы булмау арҡаһында тәғәйенләнмәгән икән, һеҙ яңынан ғариза яҙа алаһығыҙ. Ниндәй айҙа мөрәжәғәт итеүегеҙгә ҡарамаҫтан, аҡсалата түләү 1 ғинуарҙан билдәләнәсәк (2020 йыл аҙағына ҡәҙәр яҙып өлгөрөүегеҙ кәрәк). Әммә ул түләүҙе алыуға һеҙҙең хоҡуғығыҙ булыуы һәм уның раҫланыуы мөһим.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: был пособие аҙ килемле ғаиләләргә тәғәйенләнә.
Июль айында өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары өсөн аҡсалата түләүҙе май-июнь айҙарында ғариза биргән кешеләр аласаҡ.
Читайте нас: