Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 14:11

Балалар 1 сентябрҙә мәктәпкә барасаҡ

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов 1 сентябрҙә балаларҙың ғәҙәти режимда мәктәпкә барасағы тураһында белдерҙе.

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов 1 сентябрҙә балаларҙың ғәҙәти режимда мәктәпкә барасағы тураһында белдерҙе. Ләкин, ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, бының өсөн бер шарт бар.
«Хәлде иҫәпкә алып, беҙ эпидемиологик һаҡланыу сараларын көсәйтербеҙ, бөгөн төбәктәр менән ошондай эш алып барыла», — тине Сергей Кравцов «Рәсәй-24» телеканалына биргән интервьюһында.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 29 июнгә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 5315 осрағы теркәлгән. Республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә 1 июлдә балаларҙы ҡабул итергә тейеш булған мәктәп яны лагерҙарын асыуҙы күсереү хаҡында белдерҙе.
Читайте нас в