Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 июндә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Коронавирус пандемияһы арҡаһында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур йөк төштө, быйыл табиптарға рәхмәт йөҙөнән ҙур сара үткәрергә ҡарар ҡабул ителде.
Бөгөн “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.
– Был көндәрҙә, бөтә донъя, илебеҙ һәм республикабыҙ коронавирус пандемияһы ҡурҡынысы алдында торғанда, уның менән көрәштең алдынғы һыҙығында тап һеҙ булдығыҙ. Һеҙ батырлығығыҙ, түҙемлегегеҙ менән был ҡазаға ҡаршы торҙоғоҙ, – тип мөрәжәғәт итте тантана мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптарға, шәфҡәт туташтарына, медицина хеҙмәткәрҙәренә.
Һаулыҡ һаҡлау-социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе. Республика етәксеһе төрлө райондар-ҡалаларҙан табиптарҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Республика етәксеһе Радий Хәбиров табиптарға еңел булмаған эштәрендә түҙемлек, һаулыҡ теләне, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан уҙғарылған бүләкләү тантанаһы сәнғәт оҫталарының сығыштары менән үрелеп барҙы.