Редакциябыҙҙын шәп егете, хеҙмәттәшебеҙ Инсаф Хәйҙәр улы Хужабиргәнов менән Гөлдәр Азамат ҡыҙы Вәлиеваны ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле көндәре, күркәм байрамдары – туй тантанаһы менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ.
Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ап-аҡ бәхеттәр, оҙон, мөхәббәтле тиң ғүмер теләйбеҙ.
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк булып, саф хистәрегеҙҙе һаҡлап, хәстәрләп, татыу ғаилә булып йәшәргә насип итһен! Ҡорған ғаиләгеҙ ҡотло, ырыҫлы булһын, өйөгөҙ һөйөүгә, бәхеткә, бәрәкәткә, балалар тауышына күмелһен!
Ғаилә ҡороу — ҙур юлдарҙың башы,
Юлдарығыҙ һәр саҡ аҡ булһын.
Тормошоғоҙ гөрләп сәскә атһын,
Сәскәләре мәңге саф булһын.