Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 17:40

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтте

Йола буйынса илебеҙҙә июндең өсөнсө йәкшәмбеһе “Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө” тип билдәләнә.

Быйылғы эпидемиологик тотороҡһоҙлоҡ шарттарында аҡ халатлылар ысын мәғәнәһендә һаулыҡ һаҡлау яланы батырҙарына әүерелде, шуға ла табиптар көнө уларға тағы ла бер тапҡыр хөрмәт белдереп, рәхмәт һүҙҙәре еткереү өсөн бик уңайлы һылтау ҙа булып тора. Ошоға бәйле бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтте, шулай уҡ сәләмәтлек һағында тороусыларҙың иң-иңдәрен бүләкләү тантаналары ла уҙҙы.
Читайте нас: