Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 12:18

Һайлауға бер аҙна ваҡыт

Рәсәйҙә 25 июндән Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме буйынса тауыш биреү башланды. Уны алдан башҡарырға, өйҙән тороп та атҡарырға мөмкин. Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө тип 1 июль датаһы тәғәйенләнһә лә, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле граждандарға альтернатив ысулдар тәҡдим ителде.Мәҫәлән, алдан тауыш биреү мөмкинлеге асылды. Алты көн дауамында, йәғни 25 июндән 30 июнгә ҡәҙәр һәр кем өйҙә йәки һайлау учаскала үҙ гражданлыҡ бурысын үтәй ала. Был саралар һайлау участкаһында сират һәм халыҡ күпләп йыйылыуға юл ҡуймаясаҡ.Өйҙә тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем дауам итә. Был тауыш биреү бинаһына килә алмаған граждандар өсөн ҡаралған. Өйҙә тауыш биреү өсөн тейешле участка комиссияһына яҙма ғариза бирергә йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай мөрәжәғәттәр 1 июлдең 17.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә. Ғаризаны үҙегеҙ, шулай уҡ һеҙҙең өсөн туғанығыҙ йәки социаль хеҙмәт вәкиле бирә ала. Тауыш биреү участкаһында ла 25 июндән 30 июнгә тиклем, һәм туранан-тура 1 июлдә тауыш бирергә мөмкин.Башҡортостанда әлеге мәлдә 3395 участка һайлау комиссияһы эш башлаған. Комиссияларҙың эш ваҡытын Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында таба алаһығыҙ.Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй, уның буйынса Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе ойоштороуға бәйле һорауҙарға аңлатма алырға мөмкин. Шылтыратыуҙар (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондары буйынса ҡабул ителә. “Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты:эш көндәрендә – 10.00 – 13.00, 14.00 –20.00, ял көндәрендә – 10.00 – 14.00,1 июлдә – 08.00 – 20.00,2 июлдә – 10.00 – 14.00,3 июлдә – 10.00 – 14.00.

Рәсәйҙә 25 июндән Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдиме буйынса тауыш биреү башланды. Уны алдан башҡарырға, өйҙән тороп та атҡарырға мөмкин. Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө тип 1 июль датаһы тәғәйенләнһә лә, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле граждандарға альтернатив ысулдар тәҡдим ителде.
Мәҫәлән, алдан тауыш биреү мөмкинлеге асылды. Алты көн дауамында, йәғни 25 июндән 30 июнгә ҡәҙәр һәр кем өйҙә йәки һайлау учаскала үҙ гражданлыҡ бурысын үтәй ала. Был саралар һайлау участкаһында сират һәм халыҡ күпләп йыйылыуға юл ҡуймаясаҡ.
Өйҙә тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем дауам итә. Был тауыш биреү бинаһына килә алмаған граждандар өсөн ҡаралған. Өйҙә тауыш биреү өсөн тейешле участка комиссияһына яҙма ғариза бирергә йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай мөрәжәғәттәр 1 июлдең 17.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә. Ғаризаны үҙегеҙ, шулай уҡ һеҙҙең өсөн туғанығыҙ йәки социаль хеҙмәт вәкиле бирә ала. Тауыш биреү участкаһында ла 25 июндән 30 июнгә тиклем, һәм туранан-тура 1 июлдә тауыш бирергә мөмкин.
Башҡортостанда әлеге мәлдә 3395 участка һайлау комиссияһы эш башлаған. Комиссияларҙың эш ваҡытын Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында таба алаһығыҙ.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй, уның буйынса Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе ойоштороуға бәйле һорауҙарға аңлатма алырға мөмкин. Шылтыратыуҙар (347) 280-95-06, (347) 280-96-34 телефондары буйынса ҡабул ителә.
“Ҡыҙыу линия”ның эш ваҡыты:
эш көндәрендә – 10.00 – 13.00, 14.00 –20.00,
ял көндәрендә – 10.00 – 14.00,
1 июлдә – 08.00 – 20.00,
2 июлдә – 10.00 – 14.00,
3 июлдә – 10.00 – 14.00.
Читайте нас: