Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 12:00

Владимир Путин Башҡортостан табиптарын бүләкләне

#ВладимирПутин

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путин һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм коронавирус менән көрәшкә ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандың 15 табибы бар. Пирогов ордены менән республиканан туғыҙ медик, "II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән дүрт табип бүләкләнде. Лука Крымский миҙалына ике табип лайыҡ булған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йылдың 19 июнендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы - урыҫ хирургы, Рәсәйҙә хәрби хирургияға нигеҙ һалыусы Николай Пирогов һәм хирург, Симферополь һәм Ҡырым архиепискобы Лука хөрмәтенә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: