Рәсәй Президенты Владимир Путин был хеҙмәтендә еңеүҙең донъяуи әһәмиәте, һуғыштың һәр ғаиләгә йоғонтоһо, илһөйәрлек тәрбиәләүҙең мөһимлеге тураһында һүҙ алып бара.
Мәҡәләнең («75 лет Великой Победы: общая ответственность перед историей и будущим») етди уйланыуҙар аша яҙылғаны күренеп тора.
- 75 йыл үтте. Был ваҡыт арауығында бер нисә быуын алмашынды. Планетаның сәйәси картаһы үҙгәрҙе. Нацизмды еңеп, бөтә донъяны ҡотҡарған Советтар Союзы ла юҡ. Ул һуғыш хәтирәләре хатта унда ҡатнашыусылар өсөн дә бик алыҫта ҡалған. Әммә ниңә Рәсәйҙә 9 май иң төп байрам булараҡ билдәләнә, 22 июндә тормош туҡтап ҡалғандай һәм тамаҡҡа төйөр тығыла һуң?
Һуғыш һәр ғаиләгә тәрән эҙ һалған. Был һүҙҙәр миллиондарса кешенең яфаланыуҙарын, юғалтыу ҡайғыһын аңлата. Ғорурлыҡты, хаҡлыҡты һәм хәтерҙе, - тип бик эмоциональ башланған Путиндың яҙмаһы.
- Миңә, тиңдәштәремә шуныһы мөһим: беҙҙең балалар, ейәндәр һәм бүләләр ата-бабаларының ниндәй һынауҙарҙан үтеүен аңлаһын ине.
Еңеү нисек яуланды? Бар донъяны һоҡландырырлыҡ һәм аптыратырлыҡ рухи көс ҡайҙан? – тип һорау бирә лә автор дауам итеп яуабын яҙа. – Әгәр ҙә кәрәк икән үҙ-үҙен аямай бурысын үтәү – Рәсәй халыҡтарының холҡонда...