Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 19:15

Яңы китап донъя күрҙе!

Һыҙғырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын;Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын.#Ағиҙелжурналы

Өфөлә Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығы билдәләнгән йылда уның «Ал да сәс нур халҡыңа» шиғырҙар китабы баҫылып сыҡты. Башҡорт телендәге йыйынтыҡ Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе.
Китапта ни бары 24 йыл ғына йәшәгән (1895 — 1919) күренекле башҡорт шағирының 90-ға яҡын әҫәре баҫылған. Йыйынтыҡҡа «Башҡортостан», «Ҡурайҡайға», «Мандолин» кеүек билдәле шиғырҙары, «Ғазазил» поэмаһы, «Ҡандала» балладаһы һәм башҡа әҫәрҙәре ингән. Китап Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Быуындарға рухы аманат» баш һүҙе менән асыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда шағир Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас: