Ағиҙел
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 18:56

Шағирә Лариса Абдуллина "Аҡбуҙат"ты етәкләйәсәк

#Ағиҙелжурналы #Аҡбуҙатжурналы

Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Лариса Абдуллина «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде.
Шағирә, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллина журналистика өлкәһендә — 1994 йылдан, «Башҡортостан» гәзите редакцияһында 2008 йылдан алып эшләй. Быға тиклем «Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеген етәкләне.
Ҡотлайбыҙ! Халҡыбыҙ мәнфәғәтенә имен-һау эшләргә яҙһын!
Читайте нас в