Рәсәй Президенты Владимир Путин менән иҡтисад һәм социаль өлкәгә бәйле кәңәшмәлә "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты күрһәткестәрен арттырып үтәүсе Рәсәй төбәктәре 2020 йылда өҫтәмә 100 миллиард һум аласаҡ, тип хәбәр итте вице-премьер Марат Хөснуллин.
- Беҙ бөгөн Финанс министрлығы менән берлектә милли проектты арттырып үтәүселәр өсөн өҫтәмә 100 миллиард һум аҡса бүлеүҙе әҙерләнек. Һәм бына был аҙнала 44 миллиард алдынғы төбәктәргә күсерербеҙ тип өмөтләнәбеҙ", - тине Марат Хөснуллин.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;