Ағиҙел
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 11:31

Ҡаҙағстандың беренсе президенты вирус йоҡторған. Владимир Путин уға һаулыҡ теләне

#ВладимирПутин

Ҡаҙағстандың тәүге президенты Нурсолтан Назарбаев коронавирус эләктергән. Рәсәй Президенты Владимир Путин Нурсолтан Назарбаевҡа хат ебәрҙе, тиҙерәк һауығып сығыуын теләне.
“Һеҙгә ысын күңелдән тиҙерәк һауығып сығыуығыҙҙы теләйем. Тормошҡа булған ҡарашығыҙ, көслө рухығыҙ тиҙ арала вирусты еңеп сығырға ярҙам итер тип ышанам. Киләсәктә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер”, - тиелә Президент хатында.
Рәсәй-Ҡаҙағстан бәйләнештәре бер ваҡытта өҙөлгәне юҡ, ил башлыҡтары дуҫтарса, яҡшы мөнәсәббәттә. Ҡаҙағстандың элекке етәксеһе аҙна башында коронавирус йоҡторған, әлеге ваҡытта ла ситтән тороп эшләүен дауам итә.
#ВладимирПутин
Читайте нас в